4 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2013 йыл, 18:55

Башҡортостан менән ЮНЕСКО араһында хеҙмәттәшлек тураһында коммюникеға ҡул ҡуйылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе кесе йома, 11 апрелдә, хеҙмәттәшлек тураһында коммюникеға ҡул ҡуйҙы. Меморандум нигеҙен тәшкил итәсәк документта декабрҙә үткән РФ ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ағзалары менән осрашыу йомғаҡтары сағылдырыла.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында 1-2 октябрҙә республиканың презентацияһын үткәреүгә әҙерлек дауам итә. Был йүнәлештәге эш план буйынса бара һәм сентябргә ул тамамланасаҡ.

Президент һүҙҙәренсә, Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү даирәһе үҫешә.

— Ай һайын тиерлек донъяның төрлө илдәренән илселәр ҡабул итәбеҙ. Үткән аҙнала Франция илсеһе Жан де Глиниасти беҙҙә булды. Алдағы презентация хаҡында һөйләштек. Ул кәрәкле ярҙам күрһәтергә һүҙ бирҙе. Әммә был эште үҙебеҙ атҡарып сыға алырбыҙ, тип уйлайым. Илсене презентацияға саҡырырға ниәтләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Коммюнике сиктәрендә республикала геопарк булдырыу планлаштырыла. Шулай уҡ Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә яңы тәбиғәт комплекстарын, шул иҫәптән Шүлгәнташ мәмерйәһен индереү буйынса эш дауам итәсәк. Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, декабрҙә ҡаралған барлыҡ һорауҙар тормошҡа ашырыласаҡ.

Григорий Орджоникидзе билдәләүенсә, коммюникела билдәләнгән күпселек һорауҙар һәм бурыстар әлеге ваҡытта тикшерелә, йәки хәл ителә башлаған, ә ҡайһы берәүҙәре башҡарылған да инде. Уның һүҙҙәренсә, был проекттар комитетта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында үтәсәк республиканың прзентацияһы хаҡында һүҙ йөрөтөп, РФ ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары сара форматын әленән үк билдәләргә кәрәк булыуы хаҡында әйтте.

— Бындай абруйлы делегация сығарыла икән, Парижда «Рус йорто» линияһы буйынса ла ниндәйҙер осрашыуҙар ойоштороу мәсьәләләре хаҡында уйларға кәрәк. Шулай уҡ эшлекле даирә, илселек вәкилдәре менән осрашыуҙар буйынса программа булдырыу файҙалы булыр ине. Минеңсә, ошо йәһәттән сит илдәр эштәре министры Сергей Лаврентьевҡа хат яҙыу урынлы булыр. Парижда һеҙҙең өсөн осрашыуҙар ойоштороу йәһәтенән ул аныҡ күрһәтмәләр бирер ине, — тигән фекерен белдерҙе Григорий Орджоникидзе.

Шулай уҡ ул Башҡортостан мәктәптәрен ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре исемлегенә индереү буйынса өс сертификат тапшырҙы. Улар – Стәрлетмаҡтың 14-се мәктәбе, Салауат ҡалаһының 17-се мәктәбе, Өфөнөң 13-сө мәктәбе.