5 декабрь, Дүшәмбе

11 апрель 2013 йыл, 17:39

Төбәктә яҙғы сәсеүгә техниканың 94-98 проценты әҙер

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда яҙғы сәсеүгә тракторҙар паркының — 94 проценты, тупраҡ эшкәртеү, сәсеү машиналарының һәм ҡорамалдарҙың 95-98 проценты әҙер, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлегенән.

Бөгөнгө көндә дәүләт техник тикшереүе йомғаҡтары буйынса тракторҙарҙың 27 проценты эшкә әҙер тип танылған. Шул уҡ ваҡытта Архангел, Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Нуриман, Стәрлетамаҡ һәм Шаран райондарында БР Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы белгестәре техниканың яртыһынан ашыуын тикшергән.

Республиканың машина-технологик станциялары аграрийҙар менән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүгә килешеүҙәр төҙөүен дауам итә.

Яҙғы сәсеү өсөн иген культуралары орлоғо шулай уҡ етерлек кимәлдә. БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала орлоҡ менән тәьмин ителеш быйыл 100 процент тәшкил итә.

темалар: ауыл хужалығы