10 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2013 йыл, 16:02

Республика парламентарийҙары асыҡ тауыш биреү режимына күсергә планлаштыра

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдағы пленар ултырышта парламент эшмәкәрлеге регламентына үҙгәрештәр индерәсәк. Уларға ярашлы, парламентарийҙар асыҡ тауыш иреү режимына күсәсәк.

БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, асыҡ тауыш биреү һәр депутаттың теркәлеүен күҙ уңында тота, тауыштар электрон система ярҙамында иҫпләнәсәк. Алынған мәғлүмәт нигеҙендә тауыш биреү һөҙөмтәләре менән ҡуша исемлектәр формалаштырыу һәм баҫтырыу планлаштырыла. Улар шулай уҡ стенограммалар һәм протоколдарҙа, республика киң мәғлүмәт сараларында сағылыш табасаҡ.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, үҙгәрештәр закондар сығарыу органы эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеү маҡсатында индерелә.

— Һәр депутат һайлаусыларына ниндәйҙер вәғәҙәләр бирә, һәм улар депутаттың теге йәки был мәсьәләгә ҡарата ниндәй ҡарашта булыуы, нисек һәм ни өсөн тауыш биреүе тураһында хәбәрҙар булыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.  Бындай сара депутаттарҙың халыҡ алдында яуаплылығын арттырасаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер.