Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Туймазыла «Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт - Башҡортостан-2013» бөтә Рәсәй конференцияһы үтә

Йәмғиәт

Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле республикаларынан, Свердловск, Һамар, Силәбе өлкәләренән һәм Ханты-Манси автономиялы округынан йәш тикшеренеүселәр Туймазы ҡалаһында йыйылды, был көндәрҙә унда II «Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт — Башҡортостан-2013» бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү конференцияһы үтә.

«Рәсәйҙең интеллектуаль-ижади мөмкинлектәре» милли мәғариф программаһы сиктәрендә ойошторолған ғилми форумда 270-тән ашыу кеше ҡатнаша.

Конференция сиктәрендә 14 секция эшләй. БР Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис институты, республика колледждары уҡытыусылары тикшеренеү эштәрен баһалаясаҡ. Еңеүселәр миҙалдар менән наградланасаҡ һәм РФ Президенты гранты алыуға тәҡдим ителәсәк.

Өфө дәүләт авиация техник университетының Туймазылағы филиалы директоры Салауат Мусифуллин һүҙҙәренсә, конференция сиктәрендә педагогтар форумы, оҫталыҡ дәрестәре, психологик тренингтар, лекциялар үткәреләсәк.

Конференцияны ойоштороусылар булып «Киләсәк интеллекты» дөйөм Рәсәй бәләкәй фәндәр академияһы менән берлектә Өфө дәүләт авиация техник университетының Туймазылағы филиалы сығыш яһай. Сара БР Мәғариф министрлығының Республика уҡыу-ғилми методик үҙәге, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Туймазы районы хакимиәте һәм төбәктең юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть