Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

2013 йылда Башҡортостан ауылды артабан үҫтереүгә 395,7 миллион һум аҡса аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостанға «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 395,7 миллион һум күләмендә субсидия бүленәсәк.

«Башинформ»  агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда ауыл ерендә граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға 244 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Әлеге программа буйынса һыу менән тәьмин итеү системаһын үҫтереүгә быйыл — 52 миллион һум, йорттарҙы газ менән тәьмин итеүгә 44,3 миллион һум бүленә. Йәнә 5,4 миллион һум беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү, физкультура һәм спорт учреждениелары селтәрен үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.

Бынан тыш, 2013 йылда Башҡортостан ауылдарында комплекслы төҙөлөш алып барыуға ярҙам итеү буйынса саралар үткәреүгә федераль бюджеттан 50 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть