9 декабрь, Йома

11 апрель 2013 йыл, 12:20

Башҡортостан менән Тажикстан үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәрен билдәләне

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Руслан Мирсаяпов Рәсәй делегацияһы составында II Рәсәй менән Тажикстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашты. Сара Дүшәнбе ҡалаһында үтте.

Конференция эшендә Рәсәй һәм Тажикстан дәүләт структуралары, юғары уҡыу йорттары интеллигенцияһы, коммерцияға ҡарамаған, гуманитар ойошмалар, бизнес-берләшмәләр, ижади коллективтар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ирекле эксперттар — йәмғеһе 300-гә яҡын кеше ҡатнашты, тип хәбәр ителә БР Хөкүмәтенең рәсми сайтында.

Форум сиктәрендә дүрт секция эшләне. Бынан тыш, Тажикстан һәм Рәсәй вәкилдәре үҙҙәренең иҡтисади һәм гуманитар проекттарының презенетацияларын үтәрҙе.

Шулай уҡ БР Хөкүмәте вице-премьеры пленар ултырыш сиктәрендә доклад менән сығыш яһаны, Башҡортостан Республикаһы миҫалында төбәк-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Салауат Сәғитов Тажикстандан коллегаларын 2015 йылда Өфөлә үткәреләсәк ШОС һәм БРИКС саммитарына әҙерлек сиктәрендә планлаштырылған сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Конференция сиктәрендә Салауат Сәғитовтың Тажикстан Республикаһы Президентының Иҡтисади сәйәсәт буйынса дәүләт советнигы Фәрүх Хамралиев менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Осрашыуҙа Башҡортостан менән Тажикстан араһында хеҙмәттәшлек итеүҙе әүҙемләштереү тураһында һөйләшеп килешелде. Ағымдағы йылда республикаға Тажикстандың бизнес-берләшмә вәкилдәре киләсәк, тип планлаштырыла. Улар төбәктең мөмкинлектәре менән танышасаҡ, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә үҙ-ара килешеп эш итеү варианттарын тикшерәсәк. Шулай уҡ 2014 йылда Дүшәнбе ҡалаһында Башҡортостан сауҙа-иҡтисади, инвестицион, фәнни-техник, мәғариф һәм мәҙәни мөмкинлектәренең презентацияһын үткәрәсәк.

Визит барышында республика делегацияһы Тажикстан милли университеты эшмәкәрлеге менән танышты. Университет проректоры Гоиб Бобокалонов менән осрашыу барышында мәғариф һәм фән өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.