10 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2013 йыл, 11:15

Республикала ташламалы хаҡтар буйынса матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды

автор: Алик Шакиров

Бөгөнгө көндән алып 21 апрелгә тиклем Башҡортостан халҡы ташламалы хаҡтар буйынса 2013 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙыла ала: илдә, ғәҙәттәгесә, Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы старт ала. Акцияны гәзит-журналдар редакциялары менән берлектә «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы үткәрә.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ун көн эсендә теләгән һәр кеше үҙәк һәм шулай уҡ республика баҫмаларына, шул иҫәптән «Башҡортостан», «Кызыл таң», «Республика Башкортостан», «Йәшлек», «Өмет» гәзиттәренә яҙыла ала.

Почта элемтәһенең барлыҡ бүлексәләрендә матбуғатҡа яҙылыуға заказдар ҡабул итеү, шулай уҡ баҫмаларҙы өйгә килтереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә ташламалар яһала. Өс һәм унан күберәк баҫмаға яҙылған клиенттарға 10 процентлыҡ ташлама ҡаралған.

Бынан тыш, «Рәсәй почтаһы» балалар йорттарына, ҡарттар йорттарына һәм башҡа социаль учреждениеларға популяр баҫмалар менән тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтергә саҡыра. Был һәм башҡа учреждениелар өсөн матбуғатҡа яҙылырға теләгән кешеләргә федераль почта операторы өҫтәмә рәүештә 10 процентлыҡ ташлама яһаясаҡ.