Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡаланың буласаҡ яңы быуын уҡытыусылары Удмуртияла бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

16-19 апрелдә Удмуртияның Глазов ҡалаһында үтәсәк «Яңы быуын уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында илдең педагогик йүнәлештәге ун ике юғары уҡыу йортонан студенттар командалары йыйыласаҡ. В.Г.Короленко исемендәге Глазов дәүләт педагогия институты аудиторияларында Ҡазан, Елабуга, Яр Саллы, Тверь, Ырымбур, Пермь, Киров, Һамар, Пенза, Өфө, Һарытау, Махачкала ҡалаларынан иң яҡшы студенттар шәхси һәм коллектив номинацияларҙа көс һынашасаҡ.

Глазов дәүләт педагогия институтынан хәбәр итеүҙәренсә, студенттар араһында педагог һөнәрен популярлаштырыу, йәштәрҙе педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, педагогик белем биреү үҙәктәрен интеграциялау конкурстың төп маҡсаты булып тора. Бәйге йыл һайын үткәрелә, унда еңеү яулаған юғары уҡыу йорто киләһе конкурсты үткәреү хоҡуғына эйә була.

«Яңы быуын уҡытыусыһы» конкурсы сиктәрендә педагогика өлкәһенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәреү, тәрбиә биреү процесын ойоштороуҙың практик формаларын презентациялау планлаштырыла.

Башҡортостан исеменән бәйгелә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть