Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Георгий таҫмалары таратыла башлаясаҡ

Йәмғиәт

Йома, 12 апрелдә, Төбәк йәштәре хәрәкәте булдырылған көндә өфөлөләргә бушлай Георгий таҫмалары таратыла башлаясаҡ. Шулай итеп, республикала иң популяр акцияларҙың береһенә старт бирелә.

«Өфө» универмагы алдында мәҙәни-күңел асыу сараһы ойоштороласаҡ. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Төбәк йәштәре хәрәкәтен алты йыл тулыу менән ҡотлар өсөн сараға балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары – пионерҙар, скауттар, ирекмәндәр, спортсылар, йәш лидерҙар, журналистар киләсәк.

Мәҙәни сара Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты менән берлектә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Төбәк йәштәре хәрәкәтенең Координация советы менән сәләмәт тормошто пропагандалау, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында ойошторола.

Башлана – 16 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть