8 декабрь, Кесе йома

11 апрель 2013 йыл, 9:21

Башҡортостан Президенты Россельхозбанк идараһы рәйесе менән осрашты

автор: Арина Рәхимҡолова

Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Патрушев менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙа Башҡортостанда ауыл хужалығы эштәрен, 2013 йылдың сәсеү һәм ураҡ кампанияларын финанслау тураһында һүҙ барҙы.

Шулай уҡ Ҡарламан һәм Раевка шәкәр заводтарын үҫтереү, был предприятиелар менән бергә идара итеү мөмкинлектәре тикшерелде.