3 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2013 йыл, 17:23

Республикала «500 ферма» программаһы буйынса зональ кәңәшмәләр үтә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һәм ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр өсөн зональ консультациялар башланды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренселәрҙән булып бындай консультатив ярҙамды төньяҡ-көнсығыш райондары хужалыҡтары алды. Нигеҙҙә, аграрийҙар проект-смета документацияһын әҙерләү, бизнес-план төҙөү буйынса мәғлүмәт алырға теләй. Шуға күрә көн элгәре быйыл беренсе тапҡыр үткәрелгән зональ консультацияла тап ошо һорауҙар ентекле тикшерелде. Унда 2012 йылдың «500 ферма» программаһында ҡатнашыусылар һәм 2013 йылда ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр үҙ һорауҙарына яуап алды.

Аграрийҙарға консультатив ярҙам күрһәтеү буйынса сираттағы бындай осрашыу 11 апрелдә республиканың Мәләүез районында үтә.