3 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2013 йыл, 16:35

БР Ауыл хужалығы министрлығы малсылыҡ буйынса иң яҡшы райондар рейтингын төҙөнө

автор: Галина Бахшиева

БР Ауыл хужалығы министрлығы производство эшмәкәрлегенең төрлө күрһәткестәре буйынса  муниципаль райондар рейтингын төҙөнө. Бөгөндән алып бындай сағыштырыу анализы ай һайын үткәреләсәк – йомғаҡтар министрлыҡтың рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ.

«Башинформ» агентлығына министрлыҡтың аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, рейтингта быйылғы һәм үткән йылдағы күрһәткестәр үҙ-ара сағыштырыласаҡ. Бөгөнгө көнгә малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса рейтинг төҙөлгән.

Шулай итеп, 2013 йылдың ғинуар-февраль айҙарында һөт етештереү буйынса күрһәткестәрҙе арттырыу йәһәтенән иң яҡшыһы тип Бүздәк районы танылды – плюс 37,3 процент. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Федоровка һәм Ғафури райондары хужалыҡтары биләй – шул тәртиптә 16,3 һәм 14,8 процент.

Ағымдағы йылдың тәүге ике айында һауым буйынса иң яҡшыһы тип Саҡмағош районы танылды – 903 кг. Стәрлетамаҡ (794 кг) һәм Тәтешле (767 кг) райондары хужалыҡтары «көмөш» һәм «бронза» яуланы.

Ғинуар-февраль айҙары йомғаҡтары буйынса бөтә категория хужалыҡтарҙа эре мал һанын арттырыу буйынса алдынғылар рәтендә Краснокама (119,4 процент), шулай уҡ Күгәрсен (115,6 процент) һәм Балаҡатай (115,6 процент) райондары иҫәпләнә.

Бөтә категория хужалыҡтарҙа һыйыр малы һанын арттырыу буйынса иң яҡшыһы тип Кушнаренко районы танылды – 2012 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 118,9 процент. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Бөрө (111,6 процент) һәм Ишембай (108,1 процент) райондары биләй.

БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлеге мәғлүмәте буйынса, һәр 100 һыйырға быҙау үҫтереү буйынса иң яҡшылары тип Тәтешле, Бүздәк һәм Мәсетле райондарының ауыл хужалығы предприятиелары танылды.