8 декабрь, Кесе йома

10 апрель 2013 йыл, 15:43

Төбәктең берҙәм рәсәйлеләре «Китаптар - балаларға» исемле яңы проект башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда «Китаптар — балаларға» исемле яңы проект старт алды. Бындай башланғыс менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сығыш яһаны. Ойоштороусылар балалар йорттарында, интернаттарҙа, ауыл мәктәптәрендә һәм дауаханаларҙа урынлашҡан китапханалар фондын тулыландырырға ниәтләй.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов һүҙҙәренсә, бөгөн балалар әҙ уҡый, күп ваҡытын улар интернетта йәки телевизор алдында үткәрә. Магазиндарҙа һатылған китаптар ҡиммәт тора, балалар йорттарының һәм ауыл мәктәптәренең уларҙы һатып алырға мөмкинлеге юҡ, тип иҫәпләй башҡарма комитет етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең тиерлек өйөндә элекке китаптар һаҡлана, берҙәм рәсәйлеләр уларҙы балаларға бирергә тәҡдим итә.

Бөгөнгө көндән алып ирекмәндәр бөтә республика буйлап халыҡҡа яңы акция тураһында һөйләйәсәк. Ҡала һәм райондарҙа, партияның урындағы бүлексәләрендә, китап ҡабул итеү пункттары ойоштороласаҡ. Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжы студенттары бөгөндән эш башларға әҙер, тип билдәләне Альберт Мифтахов. Проектта ул үҙе лә ҡатнашасаҡ. Китапханалар өсөн тәүге китаптарҙы партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе әҙерләгән дә инде.

Алдағы ваҡытта проекттың сайты һәм «ҡыҙыу линияһы» эшләй башлаясаҡ. Улар ярҙамында китапханалар, дауаханалар, балалар йорттары кәрәкле әҙәбиәткә заявка ҡалдыра аласаҡ. Сайтта китаптар ҡабул итеү пункттарының адрестары урынлаштырыласаҡ.