8 декабрь, Кесе йома

10 апрель 2013 йыл, 14:55

Башҡортостан менән Болгария сәләмәтләндереү туризмын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерә

автор: Эльвира Латипова

Шишәмбе, 9 апрелдә, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре менән осрашыуҙа Болгария делегацияһы сәләмәтләндереү туризмы һәм бальнеология өлкәләрендә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе.

Кәңәшмәлә Велинград ҡалаһы мэры Иван Лебанов, «Сирона» халыҡ-ара бальнеология һәм туризм ассоциацияһы, «Башҡортостан-Болгария» дуҫлыҡ йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан исеменән сарала төбәктең Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесников, БР Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестициялар һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр идаралығы начальнигы Артем Киреев ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

— Беҙҙең бурыс – берлектә медицина туризмын үҫтереү мөмкинлеген биргән проект әҙерләү, — тине «Сирона» ассоциацияһының Директорҙар советы рәйесе Стоян Христов. Уның һүҙҙәренсә, медицина туризмы бөгөнгө көндә тиҙ үҫеш алған йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Артем Киреев билдәләүенсә, Болгария менән Башҡортостан ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Был йәһәттән шифахана-курорт тармағы перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Сәләмәтләндереү туризмы сиктәрендә ҡымыҙ менән дауаланыу — айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятҡан тармаҡ.