6 декабрь, Шишәмбе

10 апрель 2013 йыл, 12:36

«Gangnam Style» йырының башҡортса варианты интернет киңлегендә популярлыҡ яулай

автор: Розалия Вәлиева

Көньяҡ Кореяның PSY псевдонимы аҫтында сығыш яһаған йырсыһының «Gangnam Style» исемле билдәле йырының кавер-версияһын «Далан» ижади берекмәһе артистары башҡарған.

Йырҙың тексы башҡорт теленә тәржемә ителгән. Видеоклипта милли костюм кейгән ҡыҙҙар ҡатнаша, ә музыкаль биҙәлештә ҡумыҙ, баян һәм ҡурай ҡулланылған. Ролик өсөн тексты артистар үҙҙәре яҙған, кавер-версия «Далан стайл» тип атала. Текст авторы Филүс Ҡалмырҙин төп композицияның йөкмәткеһен еткергән. Видеоклип ҡыш көнө «Аҡбуҙат» ипподромында төшөрөлгән.

Артистарҙың яңы композицияһы йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуыҙырҙы. Мәҫәлән, 102.жж.рф республика берләшмәһендә блогерҙарҙың бер өлөшө видеотаҫманы ҡаты тәнҡиткә алһа, икенселәре уны һоҡланып ҡабул итә.

— Ижадыбыҙҙы һөйөүселәр араһында шок тыуҙырырға теләнек, — тине идея авторы, «Далан» ижади берекмәһе артисы Артур Туҡтағолов. – Негатив фекерҙәргә әҙер булдыҡ.

темалар: далан