4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2013 йыл, 10:47

Өфө «Бала ғаиләлә йәшәргә тейеш» дөйөм Рәсәй конкурсында ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Өфө Рәсәй ҡалалары араһында үткәрелгән «Бала ғаиләлә йәшәргә тейеш» конкурсында ҡатнаша. Сараны Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды ойоштора.

Заявкалар Рәсәйҙең 62 төбәгенән ҡабул ителгән. Өфө конкурста ҡатнашыусы 167 ҡаланың береһе булып тора. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы Мәсәүҙәге конкурс комиссияһына социаль етемлекте иҫкәртеү буйынса эш планын йүнәлтте.

Башҡортостан баш ҡалаһы бындай сараларҙа тәүге тапҡыр ҡатнашмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Өфө онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Етемдәрһеҙ ҡала» конкурсында абсолют еңеүсе тип танылды, ә социаль етемлекте иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырған Рәсәй ҡалалары рейтингында РФ субъекттарының административ үҙәктәре булған ҡалалар араһында тәүге өсәү иҫәбенә инде.

Әлеге конкурс РФ Президентының «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса ҡайһы бер саралар тураһында»ғы Указына һәм 2012-2017 йылдарға балаларҙың ихтыяжынан сығып эш итеүҙең милли стратегияһы положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса 2014 йылға тиклем тәү сираттағы саралар планына ярашлы ойошторола.