7 декабрь, Шаршамбы

10 апрель 2013 йыл, 10:18

Дәүләт Думаһы Эльвира Нәбиуллинаны Рәсәй Банкы рәйесе вазифаһына тәғәйенләне

автор: Эльвира Латипова

Дәүләт Думаһы яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллинаны Рәсәй Банкы рәйесе вазифаһына тәғәйенләне. Был вазифаны ул 24 июндән башлап дүрт йыл биләйәсәк. Тейешле ҡарар өсөн 360 депутат тауыш бирҙе, 20-һе – уға ҡаршы булды, бер парламент тауыш биреүҙән тыйылды. Тауыш биреү түбәнге палатала асыҡ режимда үтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Нәбиуллина кандидатураһын Рәсәй Банкы вазифаһына март аҙағында РФ Президенты Владимир Путин тәҡдим итте.

Эльвира Нәбиулллина Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт менән берләштерелгән Рәсәй Банкын етәкләйәсәк.

Дәүләт Думаһында сығыш яһап, Эльвира Нәбиуллина Рәсәй Үҙәк банкының иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итергә тейешлеге хаҡында әйтте. Уның һүҙҙәренсә, инфляцияны йылына 3-4 процентҡа тиклем кәметеү Рәсәй Банкы сәйәсәтенең төп бурысы буласаҡ. Оҙайлы сроклы маҡсаттар араһында шулай уҡ үҫеш моделен алмаштырыу, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу билдәләнде.