Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө мәктәптәрендә «Башҡортостан – дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек территорияһы» берҙәм класс сәғәте үтте

Йәмғиәт

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының барлыҡ мәктәптәрендә «Башҡортостан – дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек территорияһы» берҙәм класс сәғәте үткәрелде. Уҡыусылар менән осрашыуға республиканың билдәле кешеләре, йәмәғәтселек вәкилдәре, шулай уҡ райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе саҡырылды.

Берҙәм класс сәғәте 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС самиттарына арналған саралар сиктәрендә ойошторолдо. Райондың 26 мәктәбендә акцияла 15 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Һөйләшеүҙәрҙә райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ольга Петранова әүҙем ҡатнашты. Ул һайлу ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында, шулай уҡ райондың участка һайлау комиссияларын формалаштырыу буйынса эштең нисек үтеүе хаҡында һөйләне.

Теги: шос,брикс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть