Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһы Өфөнөң 115-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта

Йәмғиәт

Өфө ҡалаһы Совет районының 115-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Шәрәфетдинова «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2013» республика конкурсында абсолют еңеүсе тип танылды. Шулай уҡ ул «Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды.

Оксана Шәрәфетдинованың 15 йыллыҡ педагогик стажы бар. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң мәктәпкә уҡытырға килә һәм шул ваҡыттан алып һөнәренә тоғро булып ҡала.

Педагогик оҫталыҡ бәйгеһендә еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы шишәмбе, 9 апрелдә, Өфөлә үтте. Быйыл ул 23-сө таҡыр үткәрелде. Төп конкурстан тыш, иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары билдәләнде. Быйыл бәйгелә 116 педагог ҡатнашты.

Конкуста ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов сәләмләне.

Тәбрикләү тантанаһы айырым награда тапшырыуҙан башланды. Ҡариҙел районы Арҡауыл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 30 йыллыҡ стажы булған география уҡытыусыһы Татьяна Окунцева В.Сухомлинский исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалына лайыҡ булды.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2013» республика конкурсы еңеүсеһе тип Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатынан информатика уҡытыусыһы Луиза Мырҙаҡаева танылды. Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатынан уның коллегаһы Зинфира Нурсиламоваға иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеме бирелде.

Барлыҡ еңеүселәр «БР мәғариф отличнигы» исеменә һәм аҡсалата премияларға лайыҡ булды.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2013» бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе Оксана Шәрәфетдинованы көҙ көнө йәнә бер һынау көтә. Ул республика исеменән «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть