Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫарын тәғәйенләне

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Юрий Крюковты Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәте Аппаратынан.

Юрий Валерьевич Крюков 1970 йылда Туймазы ҡалаһының Серафимовский ҡасабаһында тыуған. Юғары белемле. 1992 йылда – Башҡорт дәүләт педагогия университетын, 2003 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда БДПУ-ның программалау һәм иҫәпләү математикаһы кафедраһында ассистент булып башлай. 2013 йылдан әлегә тиклем «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ИТ-проекттар департаменты алдынғы белгесе вазифаһын башҡарҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть