10 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2013 йыл, 15:05

Белорет районының Ғәбдүк ауылын һыу баҫҡан

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостанда яҙғы ташҡын башланды. Бөгөн, 9 апрелдә, Оло Инйәр йылғаһында һыу кимәле артыу сәбәпле Белорет районының Ғәбдүк ауылында 45 йортто һыу баҫҡан. Һыу 120 сантиметрға күтәрелгән. «Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Ташҡын буйынса прогноз ауылды һыу баҫыу ихтималлығын күҙаллай ине, ауыл халҡына был хаҡта хәбәр ителгәйне. 7-8 апрелдә ауырлы ҡатындар, балалар, хәүеф зонаһынан китергә теләүселәр – йәмғеһе 88 кеше, шул иҫәптән 48 бала күрше ауылдарға эвакуацияланды. Шулай уҡ мал да хәүеф-хәтәрһеҙ урынға күсерелде», — тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ғәбдүк ауылында йәмғеһе 92 ихата иҫәпләнә. Потенциаль хәүефле һәм социаль әһәмиәтле объекттар юҡ. Ташҡын ваҡытында ауылдан китергә теләмәгән 40 кеше мәктәпкә урынлаштырылған. Урында туғыҙ ҡотҡарыусы һәм махсус техника дежур итә, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

темалар: ташҡын