10 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2013 йыл, 13:16

Башҡортостан уҡыусыһы Төньяҡ ҡотопҡа экспедицияға юлланды

автор: Дмитрий Слезин

Ошо көндәрҙә «Барнео» поляр ҡотобонан Бөтә Рәсәй йәштәренең алтынсы «Саңғыла –Төньяҡ ҡотопҡа!» экспедицияһы старт алды. Ул «Динамо» йәмғиәтенең 90 йыллығына арнала.

Танылған ҡотоп сәйәхәтселәре Матвей Шпаро һәм Борис Смолин етәкселегендәге йәштәр командаһы составына Рәсәйҙең ете төбәгенән (Мәскәү, Санк-Петербург, Тамбов, Удмуртия, Мордовия, Карелия, Башҡортостан) йәш спортсылар инде. Улар март башында Карелияның «Ҙур мажаралар» лагерында үткән уҡыу-күнекмә йыйындары йомғаҡтары буйынса һайлап алынды.

Спортсылар араһында Өфөләге 100-сө урта мәктәптең 10 «А» класы уҡыусыһы – 17 йәшлек Владислав Яхин да бар.

Экспедицияла ҡатнашыусылар, Төньяҡ ҡотоптоң «Һуңғы градусы»на тиклем саңғыла яҡынса 110 километр ара үтеп, унда үҙҙәре йәшәгән төбәктең флагын ҡаҙарға ниәтләй.