Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә балаларға экологик тәрбиә биреү буйынса ҙур проект старт ала

Йәмғиәт

Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә экологик проект старт ала. 15-20 апрелдә мәктәптәрҙә экология дәрестәре үткәреләсәк. Республиканың 41 районынан 365-тән ашыу мәктәп проектта ҡатнашырға теләк белдергән. Унда 26 меңдән ашыу уҡыусының ҡатнашыуы көтөлә.

Был сара балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү системаһын үҫтереү, уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторола, тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Проект мәктәп йәшендәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. Экология дәрестәрендә профессиональ экологтар – министрлыҡ һәм уның ҡарамағында булған ойошмалар вәкилдәре, тәбиғәтте өйрәнеүселәр, уҡытыусылар ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ сара сиктәрендә ағас ултыртыу, экологик өмәләр ойоштороу планлаштырыла, тип билдәләнеләр министрлыҡта.

Проектта ҡатнашыу өсөн заявканы 2013 йылдың 12 апреленә тиклем ебәрергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында һәм БР Экология порталында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть