3 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2013 йыл, 10:14

Республикала 2013 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына 500 миллион һумға яҡын аҡса бүленә

автор: Эльвира Латипова

2013-2018 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһына үҙгәрештәр БР Хөкүмәтенең ҡарары менән раҫланды. Программа алты йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәрен билдәләй.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда программаны тормошҡа ашырыуға республика һәм федераль бюджеттарҙан 500 милион һумға яҡын аҡса ҡаралған.

Бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтеү муниципалитеттарға йөкмәтелә. Атап әйткәндә, моноҡалаларға эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн субсидиялар ҡаралған. Субсидиялар конкурс нигеҙендә бүленәсәк, ә муниципаль комиссиялар эшендә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары ҡатнашасаҡ.

Яңы ярҙам төрҙәре индерелә. Уларҙың береһе – социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә субсидия биреү. Субсидиялар мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн көндөҙгө төркөмдәр ойоштороуға, эшсе кадрҙар әҙерләү, уларҙы ҡайтанан уҡытыу, квалификацияһын күтәреү кеүек белем биреү хеҙмәттәренә сығымдарҙы ҡаплауға биреләсәк.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтарҙы Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин.