Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ старт алды

Йәмғиәт

8 апрелдә Өфөлә ҡала биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ старт алды. 2013 йылда ул Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үтә һәм 20 майға тиклем дауам итәсәк.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, айлыҡ сиктәрендә йәшелләндереү, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы, бина фасадтарын ремонтлау, шулай уҡ территорияны санитар таҙартыу эштәре үткәреләсәк. Милек формаһына ҡарамай, предприятие, ойошма һәм учреждение етәкселәренә бина фасадтарын һәм уларға ҡараған территорияларҙы төҙөкләндерергә ҡушылды.

Быйылғы яҙғы айлыҡ сиктәрендә 20 апрелдә һәм 18 майҙа дөйөм ҡала өмәләрен үткәреү планлаштырыла. Был көндө ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны барлыҡ предприятие һәм ойошмаларҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итәсәк. Торлаҡ предприятиелары сүп-сарҙы айлыҡ дауамында бушлай тапшыра ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть