6 декабрь, Шишәмбе

08 апрель 2013 йыл, 17:14

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары «Матбуғаттың алтын фонды-2013» отличие билдәһенә лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында «Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре» эшлекле форумы үтте. Сарала илдең бөтә төбәктәренән үҙәк һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары, ижтимағи-сәйәси структуралар, дәүләт власы органдары, Рәсәй субъекттары хакимиәттәре һәм департаменттары вәкилдәре – йәмғеһе 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Башҡортостан исеменән форумда «Буздякские новости», «Восход» (Ишембай ҡалаһы), «Время» (Күмертау ҡалаһы), «Көнгәк» (Мәләүез ҡалаһы) гәзиттәре етәкселәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар алдында «Матбуғаттың алтын фонды» отличие билдәһенең ойоштороу комитеты рәйесе Геннадий Мальцев, РФ Дәүләт Думаһының Мәғлүмәти сәйәсәт, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Туманов, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов сығыш яһаны.

Эшлекле форум сиктәрендә «Матбуғаттың алтын фонды-2013» отличие билдәһен тапшырыу тантанаһы үтте.

Конкурста Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән йәмғеһе 432 баҫма ҡатнашты, 354 киң мәғлүмәт сараһы Отличие билдәһенә лайыҡ булды. Наградланыусылар араһында Башҡортостан Республикаһынан 30 баҫма бар. Форумда шулай уҡ ижади конкурстарға йомғаҡ яһалды.

«Бәләкәй принц-2012» бөтә Рәсәй конкурсының почетлы дипломы менән Башҡортостандың «Аҡбуҙат» һәм «Аманат» журналдары наградланды. «Уңыш стратегияһы» конкурсында иң яҡшы телеканал етәксеһе тип UTV телеканалы директоры Виталий Новиков (Өфө ҡалаһы) танылды.