Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә 13 апрелдән 18 майға тиклем экологик өмәләр үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы экологик өмәләр 13 апрелдән 18 майға тиклем үтәсәк. Бынан тыш, төбәктә йыл һайын ойошторолған «Парктар маршы-2013» республика экологик ацияһы үтәсәк. Унда дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, «Башҡортостан» милли паркы, тәбиғәт парктары, заказниктар, балалар экология ойошмалары һәм йәмәғәт берләшмәләре ҡатнашасаҡ.

Республика халҡының иғтибарын айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре мәсьәләләренә йәлеп итеү, тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау сараның төп маҡсаты булып тора. Йола буйынса, акция сиктәрендә республика мәктәптәрендә экология темаһына дәрестәр, өмәләр үткәреләсәк, ағас ултыртыу ойоштороласаҡ. 10 июнгә тиклем БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «Парктар маршы-2013» акцияһына йомғаҡ яһаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек территорияны сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты, 52,5 мең берәмек техника йәлеп ителде. Полигондарға һәм сүплектәргә 249 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде, 405 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть