5 декабрь, Дүшәмбе

08 апрель 2013 йыл, 15:40

«Президент менән һөйләшеү» телепроектының «ҡыҙыу линия» телефоны эшләй башланы

автор: "Башинформ"

11 апрелдә «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалының тура эфирында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Президент менән һөйләшеү» тапшырыуында республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Тапшырыу 19 сәғәттә башлана.

Республика етәксеһенә һорауҙы tv@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, 8-11 апрелдә «ҡыҙыу линия» телефоны (+7 (347) 280-85-75) эшләй. Һорауҙар көн һайын 9-21 сәғәттәрҙә ҡабул ителә.

Рөстәм Хәмитов менән бындай форматта һөйләшеү бишенсе тапҡыр үтәсәк.