9 декабрь, Йома

08 апрель 2013 йыл, 15:20

Рөстәм Хәмитов «Дуҫлыҡ моңо – 2013» фестивален ябыу тантанаһында сығыш яһаны

автор: Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова

«Дуҫлыҡ моңо – 2013» халыҡ-ара фестивале ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сараның почетлы ҡунағы булды.

— Егерме йылдан ашыу фестиваль Нефтекаманың сағыу визит карточкаһы булып тора, — тине республика етәксеһе, сарала ҡатнашыусыларҙы һәм уның ҡунаҡтарын сәләмләп. – Әйткәндәй, ҡалабыҙ үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй, шуға күрә быйылғы музыкаль форум ҡала халҡы өсөн матур бүләк булды. Фестивалгә билдәле йырсыбыҙ Фәриҙә Ҡудашева исеме бирелеүе лә бәйге тарихында мөһим ваҡиға булды.

Быйыл фестивалдә Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Пенза, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Төркиәнән йырсылар ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә конкурстың төп наградаһы Башҡортостанда ҡалды: фестиваль Гран-прийын Илеш районынан Илнар Шәрәфетдинов яуланы. Уға төп приз — «Лада» автомобиле тапшырылды.

Беренсе урынды Нефтекаманан Ринат Сәлихйәнов һәм Ҡазандан Фәриҙә Сөнәғәтова бүлеште. Икенсе урын Өфө, Яр Саллы, Башҡортостандың Учалы районы һәм Бишкәктән дүрт ҡатнашыусыға бирелде. Өсөнсө урынға Татарстандан дүрт йырсы һәм Башҡортостандың Шаран районынан бер йырсы лайыҡ булды. Шулай уҡ «Башҡорт һәм татар йырҙарын һаҡлаған һәм пропагандалаған өсөн», «Халыҡ йырҙарын эшкәртеүҙә профессионаллек өсөн» номинацияларында приздар һәм Нефтекама хакимиәте башлығының махсус призы тапшырылды.