7 декабрь, Шаршамбы

08 апрель 2013 йыл, 14:53

Республика етәксеһе Яңауыл ҡалаһы һәм районы активы менән территорияны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Эльмира Сабирова | фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Шәмбе, 6 апрелдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңауыл ҡалаһы һәм районы активы менән осрашты. 2012 йылға йомғаҡ яһап, Президент республика өсөн йылдың имен булыуын билдәләне.

Яңауыл районының иҡтисади хәле тураһында һүҙ йөрөтөп, төбәк башлығы түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырҙы. Үткән йылда ике миллиард һумдан ашыу суммаға тауар етештерелгән. Үҫеш өс процент тәшкил иткән. Әммә сеймал табыу сәнәғәте өлөшө 60 процентҡа тиклем кәмегән. Эшкәртеүсе предприятиеларҙың күрһәткестәре, киреһенсә, 40 процентҡа артҡан.

Осрашыу барышында шулай уҡ инвестиция проекттары тикшерелде. Уларҙың береһе – Башҡортостан торба заводы. Ул өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерелгән һәм мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.

Яңауыл халҡы менән осрашыу барышында социаль мәсьәләләр, шул иҫәптән демографик хәл тикшерелде. Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, 2012 йылда республикала яҡынса 59 мең сабый донъяға килгән.

Артабан һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Районда был йүнәлештә етди проблемалар бар. Тәү сиратта был тар белгеслектәге табиптар етешмәү. Республика буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, бында табиптар менән тәьмин ителеш 10 мең кешегә кәмерәк. Районда 886 медицина хеҙмәткәре эшләй, уларҙың 96-һы – табиптар. Халыҡ шулай уҡ медицина хеҙмәтләндереүе сифатынан ҡәнәғәт булмауын билдәләне.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Республикала 17,5 мең етем бала йәшәй, уларҙың 90 процентының тере ата-әсәһе бар. Шулай уҡ был балалар торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Президент һүҙҙәренсә, Яңауылда әлеге ваҡытта 58 етем бала сиратта тора.

— Былтыр ете кеше торлаҡ алды, был маҡсаттарға дүрт миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Быйыл 3,5 миллион һум йүнәлтелә, — тип билдәләне республика етәксеһе.