4 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2013 йыл, 12:06

Рөстәм Хәмитов Яңауылда капиталь ремонттан һуң асылған лицейҙа булды

автор: Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова | фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Яңауыл лицейы капиталь ремонттан һуң асылған. Төҙөлөш эштәре белем биреү учреждениеһында 2012 йылда тамамланған. Капиталь ремонт үткәреүгә средстволарҙы «Социаль маҡсатлы программалар фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы бүлгән. Дөйөм алғанда, реконструкцияға 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән Яңауыл буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

Бүленгән аҡсаға лицейҙа йылытыу, канализация, вентиляция, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системалары алмаштырылған. Яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған. Шулай уҡ компьютер селтәрҙәре өсөн коммуникациялар монтажланған, ҡыйыҡ һәм фасад ремонтланған.

Бөгөнгө көндә лицейҙа бер меңдән ашыу бала белем ала. 40 кеше райондың 12 ауылынан килеп уҡый, улар интернатта йәшәй. Бынан тыш, Эткенә ауылында мәктәптең филиалы эшләй.

Белем биреү учреждениеһында 112 кеше, шул иҫәптән 72 уҡытыусы эшләй. Кадрҙар менән тәьмин ителеш 100 процент тәшкил итә. Педагогтарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы – 18 мең һум, техник хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы – 5,5 мең һум.

Президент мәктәпте, бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, башҡарылған эштәргә баһа бирҙе, компьютер класында булды. Яңауыл лицейы заманса техника менән йыһазландырылған, уҡытыусылар өсөн 46 ноутбук һатып алынған. Рөстәм Хәмитов педагогтарға эштәрендә заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем ҡулланрға кәңәш итте.

Мәктәптә спорт секциялары, түңәрәктәр, китапхана эшләй. Китапханала туғыҙ меңгә яҡын китап бар. Әммә, педагогтар билдәләүенсә, уҡыусыларҙың ғәҙәти ҡағыҙ китаптар менән ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Мең уҡыусының ни бары яртыһы ғына китапханаға йөрөй. Рөстәм Хәмитов лицей хеҙмәткәрҙәренә китаптарҙың электрон варианттарын булдырыу өҫтөндә уйларға тәҡдим итте.