8 декабрь, Кесе йома

08 апрель 2013 йыл, 10:57

Республика етәксеһе Яңауылда яңыртылған ҡаҙанлыҡты ҡараны

автор: Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова | фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңауыл районына эш сәфәре барышында яңыртылған ҡаҙанлыҡты ҡараны. Был заманса объект ҡалала урынлашҡан биналарҙың 60 процентын йылылыҡ менән тәьмин итә.

Ҡаҙанлыҡ 20 йыл элек файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр ул энергия ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу республика программаһы сиктәрендә реконструкцияланған.

Объект хаҡы – 105 миллион һум. Ҡаҙанлыҡтың етештереүсәнлеге йылына 832 гигакалорий тәшкил итә.

«Янаултеплоэнерго» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Андрей Беспалов һүҙҙәренсә, яңыртылған ҡаҙанлыҡ бер йылда 7,5 миллион һум аҡса экономиялай аласаҡ. Бынан тыш, ул газды әҙерәк тотона. Иң мөһиме – ҡаҙанлыҡ торлаҡ фондын йылылыҡ, эҫе һыу менән ышаныслы тәьмин итәсәк һәм, дөйөм алғанда, ҡалала коммуналь хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртасаҡ.

Тарифтарға килгәндә, Андрей Беспалов һүҙҙәренсә, улар сағыштырмаса юғары түгел – Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре менән сағыштырмаса бер ярым тапҡырға түбәнерәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, энергияны һаҡсыл файҙаланған бындай ҡаҙанлыҡ Яңауылдың йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яйға һалыуҙа тәүге аҙым булып тора. Хәҙер йылылыҡ селтәрҙәрен тәртипкә һалыу зарур, тип иҫәпләй республика Президенты.