8 декабрь, Кесе йома

08 апрель 2013 йыл, 10:19

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Яңауыл районында булды

автор: Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова | фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Яңауыл районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Юность» физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.

Бындай заманса спорт объектына ҡала күптән мохтаж булған. Әлегә тиклем бында спорт залдарына дефицит күҙәтелгән. 1983 йылда Яңауылда ҙур спорт объекты төҙөлә башлаған, әммә ул ваҡытта был план тормошҡа ашырылмаған.

«Юность» физкультура-һауыҡтырыу комплексы – Яңауыл халҡы өсөн күптән көтөп алынған проект. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 73 миллион һум аҡса бүленгән. Подрядсы булып Өфө ҡалаһының «Башкортостаннефтезаводстрой» тресының 15-се төҙөлөш фирмаһы сығыш яһаған.

Объект 2011 йылдың декабрендә төҙөлә башлаған. Бөгөн майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән ике ҡатлы спорт учреждениеһында ҙур уйын залы, тренажер залы, теннис корты, йүгереү юлы, хоккей ҡумтаһы, бильярд залы урынлашҡан. Шулай уҡ комплекста кафе, сисенеп-кейенеү бүлмәләре, душ кабиналары, тренерҙар өсөн бүлмәләр бар.

Спорт комплексында көнөнә 300 кеше шөғөлләнә ала. Учреждение көн һайын 8.00 – 22.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Алдағы ваҡытта территорияны төҙөкләндереү планлаштырыла.

Спорт объектын ҡарап сыҡҡандан һуң, Рөстәм Хәмитов бында яңы быуын чемпиондар тәрбиәләнәсәгенә ышанысын белдерҙе.

— Мин үҙем спорт менән шөғөлләнергә яратам, — тине Башҡортостан Президенты. – Һәм барлыҡ республика халҡының да спортҡа йәлеп ителеүен теләр инем.

Өҫтәп китәйек, физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышында яңы предприятие – «Юность» физкультура һәм спорт муниципаль автономиялы учреждениеһы булдырылды, унда ике сменала 89 кеше эшләй. Ул «Тулкын» бассейны менән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен берләштереү юлы менән ойошторолдо. Учреждениела 17 өҫтәмә эш урыны булдырылды.