Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Русский репортер» журналы вәкилдәре менән осрашты

Сәйәсәт

5 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Эксперт» медиа-холдингының аҙна һайын сығыусы «Русский репортер» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Владимир Шпаков һәм баҫманың фән бүлеге мөхәррире Григорий Тарасевич менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Һүҙ «Өфө-24» проекты барышы һәм артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкенлектәре тураһында барҙы.

Республика етәксеһе төбәкте үҫтереү мөмкинлектәрен нисек күреүе хаҡында һөйләне. «Өфө-24» проектында ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов «халыҡ именлегенә уңышлы һәм ғәҙел эшләүҙәрен» теләне.

«Өфө-24» проекты – ҡала тормошонан бер көн 5 апрелдә үтте. Унда Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәренән ике йөҙҙән ашыу журналист ҡатнашты. Тәүлек дауамында улар «Русский репортер» журналы сайтында Өфөнөң һәм республиканың 300 нөктәһенән тоталь журналистика жанрында тапшырыуҙар алып барҙы.

автор: «Башинформ»
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть