Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Республикала яҙғы сәсеүгә әҙерлек финиш һыҙығына сыға

Иҡтисад

БР Ауыл хужалығы министрлығында 2013 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса штаб ултырышы үтте, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә ауыл хужалығы предприятиелары 80 тоннаға яҡын ағыу, 17 тонна минераль ашламалар һатып алған. Яҙғы сәсеүгә 302 мең тонна иген культуралары орлоғо, шул иҫәптән 27 мең тонна элиталы орлоҡ әҙерләнгән. БР Ауыл хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, яҙғы сәсеүгә әҙерлек кимәле үткән йылдың апрель айы башына ҡарата күпкә юғарыраҡ.

Республикала яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алына – йыл башынан алып был маҡсаттарға бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 480 миллион һум йүнәлтелгән.

Дөйөм алғанда тракторҙар паркының, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналарының 93-97 проценты сәсеү кампанияһына әҙер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть