Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Беҙҙең яратҡан табип» конкурсы үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда 22 апрелдә «Беҙҙең яратҡан табип» конкурсы старт ала. Унда дәүләт учреждениеларының һәм коммерция клиникаларының төрлө белгеслектәге балалар табиптары ҡатнаша. Еңеүсене йәш пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре билдәләй. Табиптарҙың эшмәкәрлегенә баһа биреү өсөн тейешле сайтҡа инеү мотлаҡ.

Иң бәләкәй пациенттарға һүрәттәр ярҙамында тауыш биреү тәҡдим ителә. Уларҙы электрон почта аша ебәрергә мөмкин.

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә иң яратҡан балалар табиптары һәм балалар һүрәттәре конкурсында еңеүселәр билдәләнәсәк.

Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 1 июндә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә үтә.

Республикала был конкурс БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында тәүгә үткәрелә.

Үткән йылда бындай бәйгеләр Санкт-Петербург, Ҡазан, Яр Саллы, Әлмәт ҡалаларында үткән. 2013 йылда уларҙы 50-нән ашыу ҡалала үткәреү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть