6 декабрь, Шишәмбе

05 апрель 2013 йыл, 15:24

Төбәктә «Шәжәрә-2013» республика конкурсы старт алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында ағымдағы йылдың 1 апреленән 15 авгусына тиклем «Шәжәрә-2013» республика конкурсы үтәсәк. Тейешле бойороҡҡа БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡул ҡуйҙы. Халыҡ байрамы өс этапта үткәрелә. Унда ойоштороу комитетына заявка биргән һәм шәжәрәһен тәҡдим иткән һәр кеше ҡатнаша ала.

Бәйге биш номинацияла үткәрелә: «Шәжәрәне ентекле өйрәнгән өсөн», «Иң тәрән тамырлы шәжәрә өсөн», «Шәжәрәне өйрәнеү һәм төҙөү барышында ғилми яңылыҡ өсөн», «Шәжәрә биҙәүҙә үҙенсәлелек һәм ижади ҡараш өсөн», «Шәжәрә төҙөгәндә һәм уның презентацияһын үткәргәндә заманса мультимедия программаларын ҡулланған өсөн».

БР Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, беренсе этап сиктәрендә заявканы һәм материалды район (ҡала) комиссияларына тапшырырға кәрәк. Материалдар 1 апрелдән 25 майға тиклем ҡабул ителә.

Конкурстың икенсе этабы 1 июндән 30 июлгә тиклем үтә. Район комиссиялары Республика ойоштороу комитетына һайлап алынған материалдарҙы тәҡдим итәсәк. Һәр номинацияла тик берәр шәжәрә булырға тейеш.

Өсөнсө этап конкурста еңеүселәрҙең «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ байрамында ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сара 29 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында үтә.

Байрам сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, тарихи урындар буйлап экскурсиялар, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын, биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләрен, халыҡ оҫталарының изделиелары йәрминкәһен ойоштороу ҡаралған.

Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтына урынлаштырылған.