11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2013 йыл, 14:56

Башҡортостанда уҡытыусыларҙың эш хаҡы 2013 йылда төбәк буйынса уртаса кимәлгә сығасаҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы 2013 йылда республика буйынса уртаса кимәлгә сығасаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы төбәктә дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса эш хаҡы кимәленән түбән булмаясаҡ. Был хаҡта БР Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһының дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарарына һылтанма яһап, БР Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Документ Рәсәй Президентының илде социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең төп йүнәлештәре билдәләнгән указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителде.

Ҡарарҙа шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙың башҡа категория хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу тураһында һүҙ бара. 2013 йылда уларҙың хеҙмәт хаҡы 2012 йыл кимәленә ҡарата кәм тигәндә 13 процентҡа артырға тейеш.

2013 йылдың 1 октябренән ил башлығының указдарында билдәләнгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең минималь эш хаҡы 5,5 процентҡа индексациялана.