11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2013 йыл, 12:24

Республикала Эшлекле һәм иҡтисади журналистика ассоциацияһы булдырылды

автор: Эльвира Латипова

БР Эшлекле һәм иҡтисади журналистика ассоциацияһының тәүге ултырышы кесе йома, 4 апрелдә, Өфөлә үтте.

Йәмәғәт ойошмаһы 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарын сифатлы яҡтыртыу өсөн журналистарҙы, сәнәғәт һәм иҡтисади берләшмәләр вәкилдәрен берләштерәсәк. Әммә бының менән уның бурыстары сикләнмәй. Ассоциация оҙайлы срокка булдырыла, Башҡортостанда иҡтисади журналистика сифатын яҡшыртыу һәм республиканың ыңғай имиджын булдырыу уның төп маҡсаттары булып тора.

Ассоциацияға иҡтисад темаһына яҙған журналистар инәсәк. Даими рәүештә улар көнүҙәк темалар буйынса семинарҙарға, түңәрәк өҫтәлдәргә йыйыласаҡ. Бындай сараларға профилле дәүләт ведомстволарының, предприятие һәм иҡтисади ойошмаларҙың алдынғы белгестәрен йәлеп итеү планлаштырыла. Шулай уҡ ҙур сәнәғәт предприятиелары буйлап матбуғат турҙарын ойоштороу ҡарала.

Ассоциацияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, Территориаль үҫеш буйынса агентлығы, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, 2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө, Өфө хакимиәте.