8 декабрь, Кесе йома

05 апрель 2013 йыл, 11:53

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 500-ҙән ашыу өфөлө ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә йәштәр өсөн өсөнсө тапҡыр үткәрелгән күп профилле вакансиялар йәрминкәһендә 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Уны ойоштороусы булып баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте сығыш яһаны.

— Йәрминкәлә сәнәғәт, сауҙа, транспорт, дөйөм туҡланыу һәм хеҙмәттәр өлкәләрендә эшләгән 50-гә яҡын предприятие ҡатнашты. Улар дөйөм алғанда ике меңдән ашыу вакансия тәҡим итте, — тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина.

Әңгәмәләшеү йомғаҡтары буйынса 195 йәш өфөлө эшкә саҡырыу алды.

Йәштәр өсөн киләһе вакансиялар йәрминкәһе 11 апрелдә 10-12 сәғәттәрҙә үтә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө «ҡатын-ҡыҙҙар»  өсөн вакансиялар тәҡдим ителәсәк – йәрминкәлә һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау һәм мәғариф өлкәләре ойошмалары ҡатнашасаҡ.