10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2013 йыл, 11:23

Өфөлә Ғабдулла Туҡайҙың хәтер кисәһе үтте

автор: Алик Шакиров

Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә көн элгәре бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың хәтер кисәһе үтте. Сараны ойоштороусылар булып БР «Сәхипъямал» татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ихлас» мәсете сығыш яһаны.

Сарала 300-гә яҡын кеше ҡатнашты, улар араһында БР татарҙарының төбәк мәҙәни-милли автономияһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәшиҙә Солтанова, медицина фәндәре докторы академик Риза Мағазов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре булды.  

Кисәне асып, «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмов Ғабдулла Туҡай иҫтәлегенә изге Ҡөрьәндән аят уҡыны. Бынан һуң «Туҡай менән осрашыуҙар» спектакле күрһәтелде. Туймазы дәүләт татар театры артистарының оҫта уйнауы арҡаһында сәхнәлә Туҡайҙың, бөйөк шағир һәм ябай кеше булараҡ, тулы художестволы-эстетик донъяһы сағылдырылды. Спектакль сценарийы авторы – БР атҡаҙанған артисткаһы Рима Ключарева, режиссеры – БР һәм ТР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Исмәғилев.

Кисәнең икенсе өлөшөндә Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙары яңғыраны. Уларҙы РФ атҡаҙанған артисы һәм БР халыҡ артисы Олег Ханов уҡыны. Сарала ҡатнашыусылар алдында Риф Мифтахов, Марсель Сәлимов, Дилә Булгакова, Фәниә Ғәбиҙуллина, Лилиә Сәғиҙуллина, Хәлисә Мөҙәрисова һәм башҡа шағирҙар сығыш яһаны. Туҡайға бағышланған шиғырҙарын шулай уҡ йәш шағирҙар, БДУ һәм БДПУ студенттары уҡып ишеттерҙе.