10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2013 йыл, 9:45

Башҡортостанда театрҙар тураһында закон булдырыласаҡ

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ултырышында депутаттар «Башҡортостан Республикаһында театрҙар һәм театраль эшмәкәрлек тураһында»ғы закон проектын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән. Тейешле закон булдырыу кәрәклеге хаҡында ағымдағы йылдың март айында Өфөлә үткән парламент тыңлауҙарында әйтеп ишеттерелде.

Закон проекты Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә эшләгән театрҙарҙы иҫәпкә алыуҙы тәьмин итеү маҡсатында реестр алып барыуҙы күҙ уңында тота. Был реестр республика театрҙарын иҫәпкә алып, уларға дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтергә, шулай уҡ Башҡортостанда физик һәм юридик шәхестәрҙе театраль хеҙмәтләндереүҙә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе, координациялауҙы һәм контроллек итеүеҙе ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.

Законды ҡабул итеү Башҡортостан Республикаһында театраль эшмәкәрлеккә ярҙам итеүҙең һәм уны үҫтереүҙең хоҡуҡи гарантияларын булдырасаҡ.