Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Нефтекамала йәш йырсылар «Дуҫлыҡ моңо-2013» фестиваленә йыйылды

Мәҙәниәт

Нефтекамала «Дуҫлыҡ моңо-2013» Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале асылды. Конкурстың тәүге көнөндә йәш артистар халыҡ йырҙарын башҡара.

Быйыл фестивалдә Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Пермь, Пенза, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Төркиәнән 60-тан ашыу кеше ҡатнаша.

Быйыл бәйге — ун бишенсе тапҡыр, ә «Дуҫлыҡ моңо» исеме аҫтына етенсе тапҡыр үткәрелә. Быйылғы фестивалдең үҙенсәлеге шунда: уға Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Ҡудашева исеме бирелде.

Ике һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса жюри ағзалары конкурста ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк. Быйыл комиссияны Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Миләүшә Мортазина етәкләй.

Еңеүселәрҙең исемдәре шәмбе, 6 арелдә, билдәле буласаҡ.

Фестивалде ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть