6 декабрь, Шишәмбе

04 апрель 2013 йыл, 16:07

Рөстәм Хәмитов һәм Жан де Глиниасти Башҡортостан менән Францияның хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан де Глиниастиҙың осрашыуында Башҡортостан менән Францияның социаль һәм иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Башҡортостан менән Франция араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2012 йыл йомғаҡтары буйынса 150 миллион доллар тәшкил иткән. Шуларҙың 100 миллион доллары – экспортҡа, 50 миллионға яҡыны – импортҡа тура килә. Республика Францияға, тәү сиратта, нефть продукттарын поставкалай. Импортҡа килгәндә, Башҡортостан машиналар һәм ҡорамалдар һатып ала.

Ике республика араһында инвестицион хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, инвестицион мөхитте яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡануниәтте яңыртыу булышлыҡ иткән.

Alstom һәм «РусГидро» компанияларының уртаҡ предприятиеһын булдырыуҙы Башҡортостан Президенты тәү сиратта тормошҡа ашырылырға тейеш проект тип атаны.

Шулай уҡ ҙур проекттар араһында Францияның «Сен-Гобен» концерны менән Ҡырмыҫҡалы районында төҙөләсәк гипсокартон етештереү буйынса завод билдәләнде. Президент фекеренсә, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Turbomeca  компанияһы менән вертолет двигателдәре өсөн комплектлаусы изделиелар етештереү буйынса хеҙмәттәшлегенең дә мөмкинлектәре ҙур.

Франция бизнесы вәкилдәре Башҡортостанда проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса пландары менән бүлеште. Атап әйткәндә, Рәсәй-Франция энергия һөҙөмтәлелеге буйынса үҙәгенең генераль директоры Мария Ластовская төбәктең энергия һөҙөмтәлелеге буйынса программаларында ҡатнашыуға Франция компанияларын йәлеп итеү буйынса ҙур проект тураһында һөйләне. Һүҙ Европа инвестицияларын йәлеп итеп, дәүләт-шәхси партнерлыҡ булдырыу хаҡында бара. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дүрт төбәк һайлап алынған. Улар – Калуга һәм Томск өлкәләре, Удмуртия һәм Башҡортостан республикалары.

Шулай уҡ, Мария Ластовская билдәләүенсә, Башҡортостанда Франция компаниялары өсөн ҡыҙыҡлы булған тағы бер-нисә проект бар.

Рөстәм Хәмитов проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм алдағы ваҡытта республика тарафынан аныҡ тәҡдимдәр әҙерләнәсәге хаҡында әйтте.  

Франция компаниялары Өфөлә трамвайҙар паркын яңыртыу, республиканың тау саңғыһы курорттарында һәм баш ҡалала канат юлдар булдырыу буйынса үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итте. Шулай уҡ Башҡортостан баш ҡалаһында йәнә ике «Леруа Мерлен» сауҙа объектын асыу, Францияла етештерелгән спорт тауарҙарын һатыу буйынса магазин төҙөү һәм башҡа тәҡдимдәр әйтеп ишеттерелде.

Бизнес-проекттар тураһында фекер алышыу БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында дауам итәсәк.