4 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2013 йыл, 15:01

Башҡортостан студенттарының киң мәғлүмәт саралары «Йәштәр тауышы» форумында ҡатнашыуға саҡырыла

автор: Розалия Вәлиева

I «Йәштәр тауышы» төбәк-ара студенттарҙың киң мәғлүмәт саралары форумы 19-20 апрелдә Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында үтә.

Сараны ойоштороуслар булып Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты, университеттың Студенттар үҙидараһы советы, шулай уҡ «Төньяҡ-көнбайыш» студенттар инициативалары үҙәге» сығыш яһай.

Форум сиктәрендә студенттар араһында йәштәрҙең идеяларын туплау процесында юғары уҡыу йорттарында сыҡҡан киң мәғлүмәт сараларының ролен баһалау, студенттарҙың киң мәғлүмәт саралары араһында уртаҡ мәғлүмәт киңлеген булдырыу мәсьәләһен тикшереү, юғары уҡыу йорттарында киң мәғлүмәт сараларын ойоштороу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу планлаштырыла.

Сара сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, уйындар ойоштороласаҡ. Форумда киң мәғлүмәт саралары һәм мәғлүмәти сәйәсәт өлкәләрендәге алдынғы белгестәр ҡатнашасаҡ.

I «Йәштәр тауышы» төбәк-ара студенттарҙың киң мәғлүмәт саралары форумында ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бында урынлаштырылған.