Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Салауат Низаметдиновтың ижади кисәһе үтәсәк

Мәҙәниәт

Билдәле башҡорт композиторы, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге премия, Халыҡ-ара «Филантроп» премияһы лауреаты Салауат Низаметдиновтың ижади кисәһе 5 апрелдә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтә.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Маэстро һәм уның дуҫтары» концертында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары: Салауат Фәтхетдинов, Айҙар Ғәлимов, Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Рафаэль Рәхмәтуллин, Ләйсән Шәрипова, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Ишемйәрова, «Лей-ди» дуэты, «Восторг» бал бейеүҙәре театры сығыш яһаясаҡ. Композитор тамашасыларҙы шулай уҡ йәш башҡарыусылар – Вилена һәм Гүзәл Ғәбитовтар менән таныштырасаҡ. Сарала «Айҙар» балалар вокал һәм хореография студияһында шөғөлләнеүселәр ҙә ҡатнашасаҡ.

Әлеге ваҡытта репетициялар үткәрелә, тамашасылар яңы йырҙар ҙа ишетәсәк, тип вәғәҙәләне Салауат Низаметдинов.

Концерттың музыкаль етәксеһе – композитор Ленар Бикмурзин, алып барыусыһы – Фирҙәт Ғәлиев.

Башлана – 19 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть