9 декабрь, Йома

04 апрель 2013 йыл, 13:06

Башҡортостан Силәбе өлкәһе менән социаль һәм иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлеген нығыта

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбе өлкәһенең Үрге Урал ҡалаһында тәүгә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы делегацияһы менән осрашыу үткәрелде. Сарала БР Учалы районы менән Силәбе өлкәһенең Үрге Урал районы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.

Осрашыу Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин ярҙамы менән ойошторолдо. Уның һүҙҙәренсә, килешеүгә ҡул ҡуйыу сауҙа-иҡтисади, мәҙәни, социаль өлкәләрҙә ике райондың үҙ-ара килешеп эш итеүен яңы кимәлгә күтәрәсәк.

— Беҙҙе күп нәмә берләштерә, — тине Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев. – Ике районда урынлашҡан сәнәғәт предприятиелары, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә булған уртаҡ мәсьәләләр беҙҙе берләштергән йүнәлештәр булып тора. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү күп мөмкинлектәр аса.

Башҡортостан вәкилдәре докладтар тыңланы, шулай уҡ ҡаланың тарихи объекттарында булды, уның тарихи үткәне менән танышты.  

Үрге Урал вәкилдәре бындай осрашыуҙарҙың ике яҡ өсөн дә үтә мөһим булыуын билдәләне һәм Башҡортостанға яуап визит менән килергә һүҙ бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.