3 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2013 йыл, 12:38

Әбйәлил районында оло йәштәгеләр араһында «Яратам һине, тормош!» фестивале үтте

автор: Әлим Фәйезов

Көн элгәре Әбйәлил районы Асҡар ауылының Мәҙәниәт йортонда оло йәштәгеләр араһында «Яратам һине, тормош!» республика фестивале үтте.

Бәйгелә республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан һигеҙ райондан һәм ике ҡаланан йәмғеһе 300 үҙешмәкәр артист үҙенең һәләттәрен күрһәтте, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Линиза Сәғәҙиева. Иң ҙур делегациялар Йылайыр (75 кеше) һәм Хәйбулла (45 кеше) райондарынан килде.

Сараны ойоштороусылар булып Әбйәлил районы хакимиәте, райондың Ветерандар советы, мәҙәниәт бүлеге сығыш яһаны.

Фестивалде асыу тантанаһында барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләп, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов сығыш яһаны. Ололар төрлө өлкәләрҙә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте: халыҡ йырҙарын башҡарҙы, таҡмаҡтар әйтте, ҡурайҙа уйнаны, осҡон сәсрәтеп бейене лә.

Иң сағыу номерҙар «Яратам һине, тормош!» фестиваленең Өфөлә үтәсәк гала-концертына һайлап алынды.

темалар: фестивалдәр