6 декабрь, Шишәмбе

04 апрель 2013 йыл, 12:17

Өфөлә тәүге күп функциялы белем биреү үҙәге төҙөләсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө етәкселеге ябай мәктәп төҙөүҙән баш тартып, ҡалала тәүге күп функциялы белем биреү үҙәген төҙөргә ҡарар итте. Уны төҙөүгә 850 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов 51-се мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусыларының ата-әсәләре менән осрашыу барышында һөйләне.

Экспертиза үткәргәндән һуң, был уҡыу йорто бинаһы артабан файҙаланыу өсөн техник яҡтан яраҡһыҙ тип табылған. Уҡыусылар 60-сы лицейға һәм 74-се мәктәпкә уҡырға ебәрелгән. Лицейҙа уҡыусылар һаны 1500-гә еткән.

Икенсе сменала уҡыу, өҫтәмә дәрестәргә һәм түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлеге булмауы ата-әсәләрҙе борсомай ҡалмай.

Ирек Ялалов хәбәр итеүенсә, 21-се мәктәп ныҡ иҫкергән булыу сәбәпле мәжбүри рәүештә ябылған. Уның урынына Инорс биҫтәһендә күп функциялы белем биреү мәктәбе төҙөләсәк. Ҡала башлығы билдәләүенсә, бындай йорттар төҙөү тәжрибәһе бығаса Мәскәүҙә ҡулланылған, ә бына Өфө өсөн был яңы күренеш. Үҙәк матди-техник яҡтан заманса йыһазландырыласаҡ, уның биләмәһендә мәктәп, балалар баҡсаһы, үҫмерҙәр клубы урынлашасаҡ, спорт секциялары ойоштороласаҡ. Комплексты асыу 2015 йылдың 1 сентябренә планлаштырылған.

Осрашыуҙа ҡатнашҡан Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов икенсе сменала уҡып, һуң ҡайтҡан уҡыусылар өсөн автобустар бүлергә тәҡдим итте. Шулай уҡ, ҡайһы бер уҡыусыларҙы 140-сы башҡорт гимназияһына уҡырға ебәрергә тәҡдим ителде.

Мәктәп уҡыусыларының ял ваҡытын ойоштороу мәсьәләһе лә контролгә алынды. Калинин районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге вәкилдәре хәбәр итеүенсә, 2013 йылдың 1 сентябренән уҡыусылар түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йөрөй аласаҡ — әлеге ваҡытта мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре был маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн тейешле биналар эҙләү өҫтөндә эшләй.