Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Һамарҙа «Ҡарға туйы» байрамында сығыш яһаясаҡ

Мәҙәниәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Һамарҙа «Ҡарға туйы» башҡорт милли байрамында ҡатнашасаҡ. 6 апрелдә унда БР халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина, БР атҡаҙанған артисы, бейеүсе Урал Мортазин, йырсы Марсель Ҡотоев һәм ҡурайсы Марсель Сәйетов барасаҡ.

Башҡорттар борондан яҙҙы «Ҡарға туйы» («Ҡарға бутҡаһы») байрамы менән ҡаршылаған. Йылы яҡтан ҡайтҡан ҡарғалар тәбиғәт уяныуын кәүҙәләндергән. Байрамда ҡатнашыусылар йыл уңышлы, имен булһын өсөн тәбиғәт көстәренә, ата-бабалар рухына мөрәжәғәт иткән. Был көндө ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар тәбиғәткә сығып, бутҡа бешергән. Үҙҙәре һыйланғандан һуң, бутҡаны ҡоштарға ҡалдырған. Ҡыҙҙар ағас ботаҡтарына төҫлө таҫмалар бәйләгән, муйынсаҡтар элгән, ә малайҙар ҡарға булып ҡысҡырған. Инәйҙәр, апайҙар муң уңышлы, имен йыл юрап, теләк теләгән.

Концерт Һамар башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть